Башҡортостан сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә

Башҡортостан сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә: Волга буйы федераль округында 2-се һәм Рәсәйҙә 7-се урын. 2023 йылда 3,3 миллиондан ашыу «квадрат» метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Республикала әле 124 төҙөүсе дөйөм майҙаны 2,5 миллион квадрат метрҙан ашыу 290 күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөй. Бөгөн Өфөлә төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында уҙған йыл һөҙөмтәләре барланды һәм 2024 йылға өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде. Раҫланған проекттарҙы арттырыу, күләмле инвестиция проекттарын камиллаштырыу һәм «ҡулланыусылар экстремизмы» проблемаһын хәл итеү юлдары ҡаралды.

Ҡулланыусылар экстремизмы проблемаһы Башҡортостанда бар. Ул төҙөүсе менән торлаҡ һатып алыусы араһында килеп сыҡҡан низағ тип әйтергә мөмкин. Яңы фатирҙарҙағы етешһеҙлектәр буйынса судлашыуҙар байтаҡ. Шуға ла беҙҙең тәҡдим- 214- се федераль законды ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау законы менән бәйләмәү.

Рөстәм Сәйфетдинов, төҙөүсе ойошма директоры