Экспозицияға һуңғы ун йылда авторҙың ҡорама ҡорау, туҡыусылыҡ, квилтинг, гобелен һәм башҡа техникаларҙа башҡарылған эштәре ҡуйылған. Елена Владимировна был йүнәлештәрҙе туҡһанынсы йылдарҙан ныҡлап үҙләштерә башлаған. Ошо ваҡыт эсендә ҡул эштәре менән республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа сығыш яһап, ҙур еңеүҙәргә ирешкән.
Шәхси күргәҙмәһе лә иҫәп буйынса етенсегә үтә, экспозиция менән "Башҡортостан рәссамдар союзының" күргәҙмә залында танышырға мөмкин. Билдәле булыуынса, Елена Шевченко баш ҡаланың 2-се балалар художество мәктәбендә лә уҡыта. Күргәҙмә ҡунаҡтары араһында билдәле рәссамдар ҙа булды, улар авторҙың стилен юғары баһалай.