Яҡташтарыбыҙҙың ышаныслы еңеүе хаҡында социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов яҙған. Көслөләр спартакиадаһында республиканың фристайл йыйылма командаһы дөйөм зачеттағы команда ярышында еңеү яулаған. Икенсе баҫҡысҡа Беларусь республикаһы спортсылары күтәрелһә, иң көслө өс команда иҫәбенә Ярославль өлкәһе саңғысылары ингән.