Өфөнән программист Илгиз Фазлыев инвалидтар өсөн электромобиль уйлап тапҡан

Заманса ҡоролма өлгөһө “Яңы дәүер өсөн көслө фекерҙәр” төбәк форумында тәҡдим ителде. Электромобиль мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн инновацион уңайлы арбаны хәтерләтә. Уның менән джойстик-манипулятор ярҙамында идара итергә мөмкин. 2024 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. “Яңы дәүер өсөн көслө фекерҙәр” төбәк форумына 4 меңгә яҡын проект ҡабул ителгән. Иң яҡшы идеялар киләһе аҙнала Мәскәүҙә федераль форумда күрһәтелә.