Башҡортостанда милли балет ҡуйыла

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Ете ҡыҙ” балеты өҫтөндә эш башланды. Йәш композитор Галина Зиганова башҡорт легендаһына таянып көй яҙған, балетмейстер Ринат Әбүшахманов бейеү ҡуя. Балет премьераһы августа көтөлә.