“Өфө” халыҡ-ара аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, апрелдән Грозныйға самолеттар оса башлай. Рейстар һәр кесаҙна башҡарыласаҡ. Пассажирҙар өсөн Sukhoi Superjet 100 самолеты тәҡдим ителә. Грозный – Төньяҡ Кавказдың туристик үҙәктәренең береһенә әүерелде. Туристар Рәсәйҙәге иң ҙур мәсеткә бара ала, шулай уҡ милли музей һәм башҡа иҫтәлекле урындар менән танышырға була.