Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Күләмле спорт объекты боҙ аренаһы, көрәш, тренажер залдары, шулай уҡ ике бассейн бүлектәренән тора. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған комплекс «Газпром - балаларға» программаһы буйынса төҙөлдө. Объектты асыу тантаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Көтөп алынған спорт объекты. Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһы балаларға ла, өлкәндәр өсөн дә байрам. «Газпром - балаларға» программаһы буйынса төҙөлгән спорт комплексында малай-ҡыҙҙар күнекмәләр яһап, бәйге -ярыштарға әҙерләнәсәк.

Заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө 2022 йылда башлана. Өс ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 9,5 мең квадрат метр. Комплекс дүрт өлөштән тора: боҙ аренаһы, универсаль спорт, көрәш, тренажер залдары, шулай уҡ ике бассейн эшләй.Физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә сменаһына 200-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә ала. Комплекста мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә йыһаздар ҡаралған.

Спорт комплексы төҙөүҙе баш ҡала хакимиәтенең элекке башлығы Өлфәт Мостафин күтәреп сыҡҡан булған. Республика етәкселегенең «Газпром» компанияһы менән килешеүе буйынса спорт мәктәбенә тап уның исеме бирелә. Объектта балалар бушлай спорт менән шөғөлләнәсәк.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһынан һуң үҙәктә Башҡортостан башлығы ҡарамағында физкультура йүнәлешен үҫтереү һорауҙарына арналған Совет ултырышы үтте. Республикала бишенсе тапҡыр ойошторолған сарала спорт тармағының уҙған йылдағы ҡаҙаныштарына йомғаҡ яһалды һәм 2024 йылға маҡсаттар билдәләнде. Мәктәп спорты йүнәлешен үҫтереү, йәш спортыларға шарттар булдырыу һәм әлбиттә көҙгә көтөлгән «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумын юғары кимәлдә ойоштороу маҡсаты ҡуйылды.

Флорида Ким