Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә студенттар отрядтары хәрәкәтен 65 йыллығы менән ҡотланы

«Үҙемдең беренсе ҙур хеҙмәт хаҡын студент отрядында эшләп алдым. Уның нимәгә тотонғанымды иҫләмәйем. Әммә бергә эшләгән студенттарҙы һәм шул йәшлек, хәстәрһеҙлек, үҙ-ара ярҙам итеү мөхитен бик яҡшы хәтерләйем. Бөгөн Башҡортостанда 112 студент отряды, улар юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың һәм колледждарыбыҙҙың 5 меңдән ашыу студентын берләштерә. Йәштәрҙең барыһын да һәм студент отрядтары мәктәбен үткәндәрҙе ошо күңелле хәрәкәттең 65 йыллығы менән ҡотлайым! Барыһына ла уңыштар!», тип яҙған республика етәксеһе.