Өфөлә Сәүиә Сираеваның «Алҡыштарым - тамашасыма» тип аталған юбилей кисәһе уҙҙы

75 йыл сәхнәгә тоғролоҡ. Cәүиә Сираева «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән бүләкләнде. Өфөнөң «Нур» дәүләт татар театрында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваның «Алҡыштарым - тамашасыма» тип аталған юбилей кисәһе уҙҙы. Легендар актрисаны 90 йәшлек юбилейы менән ҡотларға Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙән дә сәнғәт әһелдәре килде.

Сәүиә Сираеваны яратҡан тамашасыһы алҡыштарға күмеп ҡаршы алды. Театр донъяһында һирәк күренеш - сәхнә түрендә 90 йәшлек актриса.

Нуриман районынын Иҫке Исай ауылында музыкаль ғаиләлә ун икенсе - кинйә бала булып донъяға килгән. Ул беренсе класҡа барған йылда илдә Бөйөк Ватан һуғышы башланған.

Ғәжәйеп яҙмышлы, киң масштаблы, халыҡ һөйөүен яулаған актриса «Халыҡтар дуҫлығы» орены менән бүләкләнде. Ысын мәғәнәһендә халыҡтар араһында дуҫлыҡ күперен һалыусыны ҡотларға күрше төбәктәрҙән дә сәнғәт әһелдәре килде.

Театрҙа ғинуар айында ғына Сәүиә Сираеваның бенефистары шаулап үтһә, был юлы ла зал тамашасы менән тулды.

Хеҙмәттәштәре уны сәхнәләш остаз булараҡ билдәләй.

90 йәшен билдәләгән актриса әле һаман да илһамланып ижад итә. Ролдәрҙе ул уйнамай, ә йәшәй. Үҙенә генә хас ихласлыҡ һәм һөйөү менән.

Тамашасы легендар шәхесте сәхнәлә 23 һәм 25 февралдә «Гөргөри кейәүҙәре» спектаклендә күрә ала.

Рәмилә Исмәғилева