Башҡортостан мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөлөшө күләме буйынса тәүге төбәктәр исемлегендә

Был турала Мәскәүҙә үткән «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында мәғариф көнөндә белдерҙеләр. Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова республика башлығына рәхмәт хаты тапшырҙы, ә мәғрифәтселек министры Сергей Кравцов Башҡортостанды белем биреү инфраструктураһы үҫеше буйынса флагман төбәк, тип билдәләне. Төҙөкләндерелгән мәғариф учреждениелары буйынса республика беренсе урынға сыҡты.

Эшселәр кирбес бинаның тәүге ҡатын һала башлаған. Бригадалар стеналарҙың нигеҙ һәм ҡаплау плиталарын монтажлай. Баш ҡаланың Глумилин биҫтәһендә 1 225 урынлыҡ мәктәп төҙөлә

Плитәларҙың тигеҙ һалыныуын тикшерәм. Балалар өсөн бит, был эштә һәр нәмә теүәл булырға тейеш.

Михаил Газарьянц, прораб

Яңы мәктәп Рудольф Нуриев, Энтузиастар урамдары, Дәүләткилдиев бульвары һәм Салауат Юлаев проспекты менән сикләнгән кварталда урынлаша. Майҙан тау битләүенә тура килгәнлектән, төҙөлөш ҡатмарлы. Әммә һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешкән микрорайонда мәктәп төҙөмәй ҙә мөмкин түгел. Белем усағы бында иң заманса технологиялар менән йыһазландырыласаҡ, ти проектлаусылар.

Мәктәп хәүефһеҙлек буйынса яңы система буйынса эшләйәсәк. Кеше йөҙөн таныусы ҡорамалдар ҡуйыла. Балаларға уҡыу өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Ғәҙәти класс бүлмәләренән тыш робототехника, 3Д моделләү кеүек уҡытыу кластары була.

Анастасия Акшенцева, төҙөлөш проекты етәксеһе

Мәктәптәр төҙөлөшө буйынса Башҡортостан йәшел зонала. Илдең мәғрифәтселек министры республиканы был йәһәттән башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.

Башҡортостанда 2019 йылдан алып 44 мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. 31 меңдән ашыу бала яңы белем усағында парта артына ултырған.

Былтыр ғына республикала 8 мәктәп һәм 3 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Был ҡаҙаныштар иғтибарһыҙ ҡалманы. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова Радий Хәбировҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Баш ҡаланың Глумилин биҫтәһендә төҙөлгән 1225 урынлыҡ мәктәп Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан һалынған мәғариф комплекстарының береһе . Ошондай уҡ төҙөлөштәр Дим районында һәм Затонда барлыҡҡа киләсәк.