«Һинең аҙымың» Бөтә Рәсәй студенттар проектын ойоштороусылар Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашты. Студенттарҙың башланғыстарын һәм идеяларын әүҙемләштереү өсөн тәғәйенләнгән проект илдә 2021 йылдан бирле тормошҡа ашырыла. Республикала «Һинең аҙымың» Бөтә Рәсәй студенттар проектының төбәк берекмәһе эшләп килә. Былтыр өс миҙгел йомғаҡтары буйынса Башҡортостан студенттар берләшмәһенең ике вәкиле 1 миллион һумлыҡ премия алған һәм шулай уҡ ике студент «Билдә» трегында еңеүсе булған.