Өфөлә «Уҡы» тип аталған төбәк конкурсы үтте

Халыҡ-ара проект ислам динендә белем кимәлен арттырыу һәм уҡыу мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Конкурс шарттары буйынса ҡатнашыусылар араһында уҡырға талап ителгән әҙәбиәт исемлеге билдәләнә, артабан уның буйынса онлайн викторина уҙғарыла. Тест һорауҙарына уңышлы яуап биреүселәр сираттағы этапҡа һайлап алына. Быйыл төбәктә икенсе тапҡыр ойошторолған конкурста төрлө район-ҡалаларҙан 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Халыҡ-ара китап уҡыу конкурсы еңеүсеһенә Ғөмрә йәки бәләкәй хаж ҡылыу мөмкинлеге бирелә.