Өфө тарихында икенсе тапҡыр һыу спорты төрҙәре фестивале уҙҙы

Өс спорт төрөндә: йөҙөү, синхронлы йөҙөү, һыуҙағы полола иң көслөләр асыҡланды. 12 төбәк вәкилдәре ҡатнашҡан фестиваль хаҡында киләһе яҙмала.

Виктория Сидо Өфөлә ниндәй музыка оҙатыуында сығыш яһаясағы хаҡында оҙаҡ уйланған. Һөҙөмтәлә үҙе яратҡан «Буратино» йәнһүрәтенән композиция һайлаған. Сидо спорттың синхронлы йөҙөү төрө менән 3 йыл шөғөлләнә, тыуған ҡалаһында һәм башҡа ҡалаларҙа ярыштарҙа ҡатнашып өлгөргән. Үҫмер Өфөләге сығыштарынан ҡәнәғәт.

Минең башҡарыуҙа бөтә элементтар ҙа яҡшы килеп сыҡты, бармаҡтарҙы һуҙҙым, был бик еңел элемент, боролоштарҙы ла теүәл яһаным.

Виктория Сидо, ярышта ҡатнашыусы

Ярышта спортсылар өс йәш категорияһыа бүленеп сығыш яһаны. Бәләкәстәр төркөмөндә ун йәшкә тиклемге дебьютанттар ярышты. Уларҙың тулҡынланыуы аңлашыла, спортсылар сәмле ярышта тәжрибә тупланы, үҙенә ышанысын арттырҙы.

Башта ҡайын элементын бөтә теүәллегендә башҡарырға ҡарар иттем. Беренсе тапҡыр бик яҡшы килеп сыҡты, ә икенсеһендә ауырыраҡ булды.

Милана Базаева, ярышта ҡатнашыусы

Башҡортостанда синхронлы йөҙөү ете йыл элек үҫешә башлаған. Иң мөһиме был спортҡа ҡыҙҙар йылдан-йыл күберәк ылыға . Өфөгә ярыштарға Рәсәй төбәктәренән 130 спортсы килгән.

Минең фекеремсә, бындай ярыштарҙа чемпиондар тыуа. Старттар күберәк булған һайын ҡыҙҙар тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтә күрһәтә.

Юлия Терлецкая, синхронлы йөҙөү буйынса тренер

Бөтәһен дә бер ҡыйыҡ аҫтында берләштерге килде, беҙҙең ярыштарҙа профессионалдарҙан тыш һәүәҫкәр спортсылар ҙа ҡатнашты.

Антон Золотарев, Башҡортостандың һыу полоһы буйынса федерацияһы президенты

Һыу спорты төрҙәре фестивале унда ҡатнашыусыларҙа һәм ата-әсәләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тимәк, киләһе өсөнсө фестваль дә мотлаҡ Өфөлә үткәреләсәк.

Гүзәл Борханова