Бөтә Рәсәй спартакиадаһында өсөнсө урын яулаған Башҡортостан биатлонсылары миҙалдарын Белоруссия спортсыларына бирҙе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан саңғысыларының был аҙымы тураһында ысын ир-егеттәр шулай эшләй тип билдәләне.
«Биатлон буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы егеттәре менән ғорурланабыҙ. Бөтә Рәсәй спартакиадаһында эстафетала улар дүртенсе, ә зачеттан тыш сығыш яһаған Беларусь командаһы өсөнсө була. Ярыш ҡағиҙәләре буйынса беҙҙең спортсылар бронза миҙалдар алды. Әммә улар наградаларҙы белорустарға бирергә хәл итте. Эдуард Латипов, Антон Бабиков, Илья Бурлаков, Александр Бабчин, бының өсөн рәхмәт. Туғандаш илдәр шулай йәшәргә тейеш», - тип яҙған Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.