Быйыл әлегә 213 мең тонна татлы продукция сығарылған, ошо уҡ арауыҡтағы былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 10 мең тоннаға күберәк. Был шәкәр сөгөлдөрө уңышы артыуына бәйле. Татлы продукция күләме тағы нимәгә бәйле? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
Лаборанттар продукция сифаты һағында. Етештереү процесы лабораторияла башлана һәм тамамлана. Хеҙмәткәрҙәр заводҡа оҙатыр алдынан - сөгөлдөрҙө, һуңынан әҙер шәкәр сифатын тикшерә. Сәғәт һайын татлы тамыр һуты ла һынау үтә.
Раевка шәкәр заводында татлы миҙгел инде тамамланыу алдында. Бер ай элек үк туҡтарға тейеш завод әле һаман шаулай. Былтырғы сөгөлдөр уңышы рекордлы күрһәткестәр менән ҡыуандырҙы. Шуға әле туңған татлы тамыр эшкәртелә.
Туңған сөгөлдөрҙә шәкәр кимәле лә түбәнерәк була. Тик бөтә сеймал әрәм ителмәй эшкәртелә. Ошо маҡсатта яңыртылған ҡоролмалар ярҙам итә. Әйтәйек, миҙгел башында ғына сөгөлдөр һутын таҙартыу буйынса яңы станция ебәрелгән. Элеккеһе менән сағыштырғанда, ул шәберәк эшләй, бынан һуң, ике тапҡырға күберәк һут эшкәртелә.
Завод хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ошо миҙгелдә завод эшләгәндән бирле шәкәр сөгөлдөрөнөң иң ҙур күләмле уңышы ҡабул ителгән. Республикала тик ике шәкәр заводы булғанын иҫәпкә алғанда, уларҙы модернизациялау тәүмаҡсат булып тора.
Раевка шәкәр заводы миҙгел һайын яңыртыла. Предприятиеға республиканың 19 районынан татлы сеймал ҡабул ителә, шуға ла уны эшкәртеп өлгөрөр өсөн, алдынғы ҡоролмалар талап ителә. Шулай ҙа совет инженерҙары уйлап тапҡан механизмдар әле һаман һынатмай.
Рәзилә Ғиниәтуллина