Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә юл буйы сервисы объекты төҙөлә башланы

Кафе, дарыухана, йылы бәҙрәф, ҡунаҡхана, кибет һәм башҡа уңайлыҡтар ҡаралған күп функциялы үҙәк йәйгә асылыр тип көтөлә. Республикала берҙәм стилдә төҙөлгән юл буйы сервисы объекттары Рәсәйҙә иң яҡшы тәжрибә тип табылған.

Былтыр төбәктә 235 юл буйы сервисы сафҡа индерелде. Инвестиция проектына 100 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Объект төҙөлөшөнә республика етәкселеге тарафынан бушлай ер участкаһы бүленгән. Бынан тыш, эшҡыуарҙарға бизнес ойоштороу өсөн дәүләт субсидияары ҡаралған. Былтыр Бышҡортостанда 235 юл буйы сервисы сафҡа индерелгән. Башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 1 млрд 900 млн һум аҡса йәлеп ителгән.