Өфө программисы Илгиз Фазлыев һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн электромобиль тәҡдим итә. Уның презентацияһы «Яңы дәүер өсөн көслө идеялар» төбәк форумында үтте. Сара әһәмиәтле башланғыстарҙы асыҡлау һәм тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған. Электромобиль проекты менән яҡыныраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Инновацион функциялары булған электромобиль. Инеп ултырыуы уңайлыраҡ булһын өсөн ултырғысын да шылдырырға була, машина менән идара итеү джойстик-манипулятор ярҙамында башҡарыла. Электромобиль эшләү идеяһы менән Илгиз Фазлыев ике йыл элек ҡыҙыҡһына башлай. Ғәҙәттә, инвалид коляскалары урамда ла, өйҙә лә йөрөү уңайлы булһын өсөн эшләнә. Ләкин ундай ҡоролмаларҙың тышта үтеүсәнлеге түбән була, ти Илгиз.
Рәсәйҙә етештерелгән деталдәрҙән йыйылған электромобиль тиҙлеген сәғәтенә 80 километрға тиклем еткерә ала. Ләкин уны хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып сикләргә планлаштыра. Ошо һәм башҡа пландарын Илгиз Фазлыев «Яңы дәүер өсөн көслө идеялар» төбәк йәмәғәт башланғыстары форумында һөйләне.
Нейротехнологиялар, «аҡыллы ҡоролмалар» һәм һанлы сервистарҙы тормошҡа индереү һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә йәшәргә ярҙам итә. Шуға күрә, электромобиль прототибы федераль эксперт берләшмәһе тарафынан да иғтибарға лайыҡ, тиелде форум барышында.
Электромобилдең ябайлаштырылған моделе менән Илгиз үҙе ҡуллана. Команда менән бергә электрон ҡорамалдар өҫтөндә эшләйҙәр, өр-яңы джойстик-манипулятор уйлап сығаралар. Әле тәгәрмәстәрҙе йөрөтәсәк контроллер эшләнә. Ошо арала Илгиз Фазлыев электромобилде тулыһынса эшләп бөтөргә, уны йыйыу өсөн күпме аҡса һәм ваҡыт сарыф ителәсәген билдәләргә теләй.
Әлфинә Килдейәрова