Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күрше дәүләткә химия сәнәғәте тауары, аҙыҡ-түлек, минераль ашлама, ағас, металл, кейем-һалым оҙатыла. Тышҡы сауҙа күрһәткесе буйынса Ҡаҙағстан өсөнсө урында килә. Ике республика авиатөҙөлөш, юл хужалығы, нефть эшкәртеү һәм химия өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй. Ғинуарҙа беҙҙең республика вәкилдәренең Ҡаҙағстанға сәфәре барышында 8 килешеүгә ҡул ҡуйылды.