Илдә "ауыл программалары" оҙайтыла

"Ауыл табибы", "Ауыл фельдшеры" һәм "Ауыл уҡытыусыһы" программалары 2030 йылға тиклем оҙайтыла. Ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған документ менән Кремль сайтында танышырға мөмкин. Уның үтәлеше өсөн премьер-министр Михаил Мишустин яуаплы була. Уҙған йылда Башҡортостанда "Ауыл табибы" программаһы буйынса 83 табипҡа миллион ярым, 62 белгескә миллион һум бирелде. Шулай уҡ фельдшер һәм шәфҡәт туташтарына аҡсалата ярҙам булды. "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы буйынса республикала 150 педагог түләү алды.