Былтыр 30 меңгә яҡын бәләкәй һәм урта бизнес компанияһы барлыҡҡа килгән. Республикала үҙмәшғүлдәр ҙә күбәйгән, эшҡыуарҙарҙа эшләгән халыҡ һаны ла артҡан. Социаль бизнесҡа ла ҙур иғтибар бирелә. Бөгөнгә 600-ҙән ашыу компания иҫәпләнә. Быйыл “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты буйынса 445 миллион һум бүленә.