Радий Хәбиров 23 февралдә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә айырым иғтибар бирергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы район һәм ҡала етәкселәренә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бәйле сараларҙы лайыҡлы үткәреү бурысын ҡуйҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарына иғтибар булырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан күмәк халыҡ ҡатнашлығында мәҙәни-спорт саралары ойошторола. Дәүләт байрамы булараҡ 23 февраль ял көнө тип иҫәпләнә. Быйыл ул йомаға тура килә.