Сара 27-28 апрелдә Өфөлә ойошторола. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Форумға тыуған яғы үҫешенә ҙур көс һалған яҡташтар саҡырыла. Быға тиклем район һәм ҡалаларҙа осрашыуҙар уҙҙы. “Атайсал” социаль проекты 2021 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Ошо ваҡыт эсендә 22 меңдән ашыу объект тәртипкә килтерелгән.