Утыҙға яҡын кеше донорҙар хәрәкәтенә ҡушылды. Табиптар билдәләүенсә, ҡан компоненттарына ихтыяж һәр ваҡыт бар, бигерәк тә өсөнсө һәм дүртенсе төркөм ҡаны булған кешеләргә. Базаны даими тулыландырыу мотлаҡ.
Тәүгә килеүсе донорҙар сәләмәт булырға тейеш, уларҙың ҡаны лабораторияла ентекле тикшерелә. Процедура алдынан ашарға кәрәк. Ир-егеттәр йылына 4, ҡатын-ҡыҙҙар 5 тапҡыр донор була ала. Республика ҡан тапшырыу станцияһы республиканы етәрлек кимәлдә ҡан менә тәьмин итә, донорҙар йылына 40 тонна ҡан тапшыра.