Төбәктә «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашыуға проекттарҙы ҡабул итеү башланды

Башҡортостанда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашыуға конкурс проекттарын ҡабул итеү башланды. Ҡала округтары, шулай уҡ ҡала һәм ауыл биләмәләре проекттары айырым һайлап алына. Ғариза биреүселәр комиссияға ҡағыҙ һәм электрон форматтағы документтар пакетын тапшыра ала. Һайлап алыу туры 19 мартҡа тиклем дауам итә. «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһы буйцынса бер проектҡа 1 миллион 200 мең һумға тиклем аҡса бүленә.

Документтарҙы ҡабул итә башлауға бер нисә көн генә үтеүенә ҡарамаҫтан, 100-гә яҡын проект ҡабул ителде. Бөтә республика ҡатнашыр тип уйлайбыҙ. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса, 1020 ғаризанан 700-е еңеүсе тип табылды.

Валерия Иваха, Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге етәксеһе

20 февралдә шулай уҡ мәктәпте бюджетлау башланғысы һәм предуниверсарий селтәрен үҫтереү буйынса проекттар ҡабул итеү тамамлана. Конкурсҡа барлығы 250-нән ашыу проект тапшырылған. Республика бюджетынан бер мәктәптең проектың тормошҡа ашырыуға - 500 мең һумға тиклем, ә предуниверсарийҙар проектына 2 миллионға тиклем аҡса бүленә.