Ярыштар биш йәш категорияһында ике дисциплинала үтте, унда Әбйәлил районының һәм Силәбе өлкәһенең 12 спорт клубынан 197 спортсы ҡатнашты.
Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, Рәсәй Геройының әсәһе Айгөл Шакирова сәләмләне. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, был әһәмиәтле спорт сараһы йыл һайын үткәреләсәк, бындай турнирҙар балаларға көс тупларға, оҫталығын арттырырға мөмкинлек бирә, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Хәрби көрәш буйынса ярыш «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ойошторолдо. Тамерлан Илһамов та мәктәп йылдарында ошо бинала шөғөлләнгән. Рәсәй Геройының әсәһе «Матур алыш өсөн» номинацияһында иң яҡшы спортсыларға бүләк сертификаттары тапшырҙы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, киләһе йылдарҙа турнирҙың майҙаны киңәйтелеп, 300-гә яҡын бала ҡатнашыр тип көтөлә.