Нуғай ауылының үҙ поликлиникаһы барлыҡҡа килде

Быға тиклем ауыл халҡы табиптарға эләгеү өсөн Өфөгә йөрөргә мәжбүр ине. Булған фельдшер-акушерлыҡ пункты йүнәлтмәләр биреү, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары асыу менән генә шөғөлләнә ине. Хәҙер Нуғай халҡы урында уҡ ҡатмарлы медицина ярҙамы ла аласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын асыуҙа Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Өфө табиптары бөгөн Зиләне ҡабул итмәй. Хәҙер һеҙҙең үҙ поликлиникағыҙ бар, тип һөйөнсөләп кире Нуғайға ҡайтаралар. Бөгөн ул яңы медицина учреждениеһының тәүге пациенты. Шатлыҡтың сиге юҡ, ти Зилә. Хәҙер табиптарға эләгеү өсөн тәүҙә автомобиль тығындарында , һуңынан һыу буйы сиратта тороу кәрәкмәй.

Быға тиклем Нуғай ауылы халҡына табипҡа эләгеү өсөн тәүҙә таушалып бөткән бинала ултырған терапевтҡа эләгергә, ә һуңынан йүнәлтмә алып Өфөгә барырға тура килә ине. Яңы поликлиникала барыһы ла бер ҡыйыҡ аҫтында. Иң заманса ҡорамалдарҙа сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Балалар поликлиникаһы менән дә ошондай уҡ хәл ине. Фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы булыуға ҡарамаҫтан, белгестәрҙән терапевт ҡына ҡабул итте. Белгестәргә шулай уҡ Өфөгә йөрөнөләр. Бигерәк тә яңы тыуған сабыйҙары булғандар өсөн поликлиникаға эләгеү мәшәҡәтле булды.

Поликлиника сменаһына 320 кешене ҡабул итә ала. Ике йөҙ өлкән һәм 120 кескәй пациентты. Үтә лә йылдам үҫешкән Нуғай өсөн был медицина учреждениеһы һыу кеүек мөһим. Радий Хәбиров баш ҡала юлдашында артабан да социаль объекттарҙың төҙөләсәген белдерҙе.

Яңы поликлиника Башнефть компанияһының хәйриәлек аҡсаларына төҙөлгән һәм ул уникаль объект һанала. Бер ҡыйыҡ аҫтында өлкәндәр, балалар поликлиникаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы урынлашҡан. Һәм уларҙың һәр береһенә айырым инеү урыны, ҡабул итеү бүлмәләре, процедура кабинеттары ҡаралған.

Айнур Кәбиров