«Алға» махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү, аграр тармаҡта аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукцияһын арттырыу. Ошо һәм башҡа һорауҙар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Ауыл хужалығы продукцияһын арттырыу өсөн 24 миллиард һумға иҫәпләнгән инвестициялар тиҫтәләгән предприятие ҡеүәтен арттырып, килем алырға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан биатлонсыларын тәбрикләү, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлек һәм башҡа һорауҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡортостан спортсылары - ил ғорурлығы. Бөтә Рәсәй спартакиадаһында өсөнсө урын яулаған Башҡортостан биатлонсыларын Радий Хәбиров бүләкләне. Республика йыйылма командаһы спортсылары - үҙҙәренең миҙалдарын Белоруссия командаһына тапшырҙы. Башҡортостан башлығы Рдий Хәбиров был аҙым ысын ир-егеттәрсә тип баһаланы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә биатлон буйынса йыйылма команда тренеры Халыҡтар дуҫлығы ордены, спортсылар Антон Бабиков менән Александр Бабчин Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Башҡортостан башлығы етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә «Алға» махсус иҡтисади биләмә үҫеше һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды. Радий Хәбиров 1 июнгә тиклем Ағиҙел ҡалаһына системалы инвесторҙар табырға ҡушты. «Алға» махсус иҡтисади зонаһы урынлашасаҡ майҙанда предприятиелар эшмәкәрлеген ойоштороу, яңы эш урындары булдырыу маҡсаты ҡуйылды.
Кәңәшмәлә шулай уҡ 2030 йылға тиклемге осорға ауыл хужалығы тармағында өҫтөнлөклө инвестиция проекттары билдәләнде. 24 миллиардҡа иҫәпләнгән инвестициялар ярҙамында һөт, ит продукцияһын етештереүҙе арттырыу, көнбағыш майы, шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү заводтарын киңәйтеү, ауыл хужалығы эшҡыуарҙарына ташламалар һәм башҡа ярҙам сараларын ойоштороу күҙ уңында тотола. Быйыл аҙыҡ-түлек сәнәғәте күрһәткестәре 11 процентҡа артҡан, етештерелгән продукция 160 млрд һумға һатылған.
23 февралдә илдә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Радий Хәбиров район-ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтарына байрамды етди әҙерлек менән үткәреү, тантаналы митингтарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә айырыуса иғтибар бүлеү бурысын ҡуйҙы. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған байрам һәр муниципалитетта үтәсәк.
Флорида Ким