«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» - Әбйәлил районында

Бөгөн асыҡ академия дәрестәрендә төрлө йәштәге һәм төрлө шөғөлдәре булған гүзәл зат вәкилдәре ҡатнашты. Көн дауамында улар өсөн бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгәйне. Башҡортостан башлығы грантары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проект йәнә йөҙҙәрсә гүзәл заттарҙы берләштерҙе. Тулыраҡ артабан.

Каринэ Хәбированы әбйәлилдәр ихлас ҡаршы ала. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» форумы районда тәүгә ойошторола. Асыҡ академия авторы балалар менән әңгәмәләшкәндән һуң, ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәһе менән танышты. Ә форумдың төп геройҙары - ул, әлбиттә, гүзәл заттар. Улар өсөн, ғәҙәттәгесә, белем биреү майҙансыҡтары ойошторолғайны.

Ихлас, тырыш, эшһөйәр. Әбйәлил районы ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренсә айырылып тора. Форумда төрлө йәштәге гүзәл заттар өсөн майҙансыҡтар эшләне. Ил именлеге, балаларыңдың ғүмере, ейәндәреңдең киләсәге өсөн иңдәрендә тауҙай яуаплылыҡ алып барған ағинәйҙәргә ҡайҙан көс табырға? Донъя тотҡаһы булған көмөш йәштәге гүзәл заттар һорауға яуапты психолог менән әңгәмәлә эҙләне.

Асыҡ академия сиктәрендә тәүгә «Уңышлы ирҙәр биләмәһе» ойошторолдо. Ир-егеттәр өсөн уңыш һөҙөмтәләре барланды. Берәүҙәр - ҙур йорт төҙөү, икенселәр үҙ-үҙенең һәләтең асыҡлап, артабан үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Бәхет серен эҙләп форумға 600-ға яҡын кеше килгәйне.

Һаулыҡ, матурлыҡ серҙәре, һөнәри йүнәлештә уңыш яулау - гүзәл заттар төрлө йүнәлештә ҡиммәтле белем алды. Сара сиктәрендә шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары буйынса брифинг үтте.

«Ҡатын-ҡыҙ бәхет биләмәһе» республикала 2019 йылдан бирле тормошҡа ашырыла. Проект башҡа райондарҙа ла үҙ эшен дауам итәсәк.