Тырыш хеҙмәте өсөн «СССР-ҙың совет сауҙаһы отличнигы» билдәһе, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булған Асия Мәүлиевна бөгөн ҡотлауҙар ҡабул итә. Юбиляр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Иртәнән алып Асия Мәүлиевна төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Сәбәбе үтә лә ҡыуаныслы. Бөгөн ул 100 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Асия Кәримова бынан бер быуат элек Силәбе өлкәһе Арғаяш районында донъяға килә. Бала сағы Өфөлә үтә. Ә йәшлек осоро Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. 18 йәшлек ҡыҙ заводта эшләй башлай.
Илебеҙ фашист илбаҫарҙарынан азат ителгәс, Асия Кәримова Сауҙа училищеһын тамамлай һәм ғүмере буйы төрлө урындарҙа, шул иҫәптән Башпотребсоюзда һатыусы булып эшләй. Үҙе кеүек эшһөйәр кешене осрата. Тормош иптәше Нияз Кәримов махсус хеҙмәттәрҙә һәм эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. 1943 йылда Тегеран конференцияһында Сталин һаҡсылары составында була. Кәримовтар иңгә-иң терәшеп оҙаҡ йылдар бергә йәшәй, бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр.
Асия Мәүлиевна хәстәрлекле әсә, яҡшы хужабикә генә түгел. Һатыусы булып эшләгән дәүерендә тиҫтәләгән кешене сауҙа итеү нескәлектәренә төшөндөрә. Уҡыусыларының береһе - Луиза Ғәҙелшина. Әле булһа ла ул остазы менән бәйләнешен өҙмәй. Асия апай миңә икенсе әсәй кеүек, ти ул.
Бер быуатлыҡ ғүмер байрамын Асия Кәримова туғандары араһында билдәләй.
Юбилярға Ил президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаттарын тапшырҙылар. Асия Кәримова Өфө мэры һәм Ленин районы хакимиәте башлығы бүләктәрен дә алды. Йәҙ йәшкә тиклем йәшәрмен тип хыялланманым да, ти ул. Бер быуатлыҡ тормош тәжрибәһенән сығып, Асия Мәүлиевна йәштәргә үҙ теләктәрен еткерҙе.
Әлфинә Килдейәрова