Баш ҡаланың Ботаника баҡсаһында фейхоа сәскә атҡан

Ҡышҡы миҙгелдә йәй йәме. Өфөнөң Ботаника баҡсаһында фейхоа сәскә атҡан. Субтропик үҫемлек ошо көндәрҙә сәскәгә төрөнгән һәм Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарын тағы ла бер ай ярым тирәһе ҡыуандырасаҡ. Емештәре иһә йәй аҙағында өлгөрәсәк. С витаминына, йодҡа бай булған фейхоа атеросклероз, ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын дауалауҙа файҙаланыла. Бейеклеге 4 метрға тиклем етә алған үҫемлек сакураны хәтерләтә. Башҡортостанға иһә үҙенсәлекле ҡыуаҡлы ағас XX быуаттың икенсе яртыһында индерелә, Ботаника баҡсаһында 1972 йылдан үҫә.