Күләмле сараға әҙерлек сиктәрендә ауылда төрлө семинарҙар, спорт ярыштары, милли-мәҙәни саралар ойошторола. Байназар ауылында был юлы янғын хәүефһеҙлегенә арналған ғилми-ғәмәли семинар үтте.
Сарала ҡатнашыусылар уттан һаҡланыу ҡағиҙәләре тураһында фекер алышты. Шулай уҡ «Байназар ауыл мәҙәниәт йортоноң газ ҡаҙанлығында янғын» тигән темаға практик күнекмәләр ойоштролдо, янғын һүндереүселәр һөнәри оҫталығын һынап ҡараны. Ошо уҡ көндә Байназарҙа Бөрйән районы ауыл биләмәләре башлыҡтары араһында Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуына арналған биатлон ярышы уҙҙы. Унда Ғәлиәкбәр ауыл хакимиәте башлығы Гран-при яуланы.
Иҫке Монасиптар 1-се , Ҡыпсаҡтар 2-се, Аҫҡарҙар 3-сө урындға лайыҡ булды. Ҡатнашыусылар Байназар мәҙәниәт йортонда ауыл халҡының ҡул эштәре , халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе менән дә танышты. Байназарҙар сергетыш, селтәрҙәр эшләүҙән тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына йөн ойоҡтар, өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләй, маскировка селтәрҙәре үрә.