Кушнаренко ауылының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында ҡоро душ, маскировка селтәрҙәре яһау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Осрашыу төрлө һөнәр эйәләрен, хаҡлы ялдағыларҙы берләштәрҙе. Гүзәл заттар ялан шарттары өсөн тәғәйенләнгән гигиена сараһын әҙерләргә, септәр үрергә өйрәнде. Камуфляж ҡатламға алғы һыҙыҡта ихтыяж юғары, ул ҡоралланыуҙы, ҡеүәтле техниканы һәм инженер ҡоролмаларҙы йәшереү өсөн ҡулланыла.