Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү яңы идеялар тыуа торған «Алпамыш» үҙәгендә үҙҙы. Осрашыу барышында хәҙерге заман йәштәре араһында профориентация мәсьәләләре, өлкән быуын вәкилдәренең йәштәргә ярҙамы, насар ғәҙәттәрҙең һаулыҡҡа зыяны хаҡында әңгәмәләр үткәрелде. Өлкән класс уҡыусылары үҙҙәрен борсоған мәсьәләләргә төплө яуаптар ишетте. Сарала ҡатнашыусыларға Өфөнөң ашығыс ярҙам клиник дауаханаһына экскурсияға барыу тәҡдиме лә яңғыраны.