Өфөлә «Ал сәскә» художестволы гимнастика буйынса төбәк ярыштары үтте

Турнирҙа республика район-ҡалаларынан һәм Ырымбурҙан ярты меңгә яҡын спортсы ҡатнашты. Программа буйынса айырым һәм төркөм менән сығыштар булды. Гимнастар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә туп, ҡоршау, булава һәм башҡа спорт ҡоралдары менән күнекмәләр күрһәтте.

Билдәле булыуынса, «Ал сәскә» турниры унынсы йыл рәттән уҙғарыла. Тәүге осорҙа художестволы гимнастика менән яңы ғына шөғөлләнә башлаусылар сығыш яһаһа, хәҙер был старттар барлыҡ йәш категорияларын да берләштерҙе. Шулай уҡ ҡатнашыусылар спорт разрядын күтәреү мөмкинлегенә эйә.

Ваҡиғалар календары бай. Художестволы гимнастика буйынса йылына 29 ярыш үтә, был тик республика күләмендәге саралар. Киләһе аҙнала Өфө районында асыҡ беренселек ойошторолһа, унан һуң Туймазыла күләмле турнир көтөлә. Һәр төбәктә был спорт төрөн үҫтереүгә иғтибар бүленә

Оксана Бикбулатова, Башҡортостандың Художестволы гимнастика федерацияһы президенты