Бөгөн халыҡ-ара туған тел көнө

Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә башҡорт һәм рус телдәрендә байрам менән ҡотланы. “Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың әсә телендә һөйләшер, уны үҫтерер мөмкинлектәрен киңәйтеү — беҙҙең бурыс. Татыулыҡ һәм берҙәмлек — төп байлығыбыҙ. Уны һаҡлайыҡ. Халыҡ-ара туған тел көнө менән!” –тип яҙған Радий Хәбиров.