Башҡорт киноһы прокатта үҙ урынын яулай. Радий Хәбиров бөгөн кино төшөрөүселәр менән осрашты. - Һәр муниципалитетта яҡшы кинозалдар булдырырға тырышабыҙ, был мәсьәлә әле хәл ителмәгән, тине Республика Башлығы. Быйыл ғына Башҡортостанда 4 районда кинозалдар асылған. 6 йылда 36 кинозал яңыртылған.