Башҡортостанда көн һайын ике тиҫтәнән ашыу мутлашыу осрағы теркәлә

Был һан арта бара. Эске эштәр министры Александр Прядко бөгөн Республика парламентында ошо турала белдерҙе. Уҙған йылда мутлашыусыларҙан күрелгән зыян суммаһы 2 миллиард ярым һумдан арта. Республикала кибер енәйәттәр Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Октябрьский  ҡалаларында күп теркәлә. Алданыусыларҙың 95 проценты  мутлашыусылар тураһында хәбәрҙар, әммә  барыбер ышанған.