Башҡортостанда 100 миллион һумға юл яны комплексы барлыҡҡа килә

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, объект Өфөлә Сипайлово биҫтәһендә урынлаша. Инвестор төҙөлөштө ғинуарҙа башланы һәм быйыл йәй файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Юл яны комплексында магазин, кафе, ял итеү урыны, электр мобилдәр өсөн көс йыйыу станцияһы, көнкүреш хеҙмәтләндереү үҙәге була. Былтыр республикала яңы 233 юл яны комплексы төҙөлдө. Бының өсөн 2 миллиард һум йәлеп ителгән.