Депутаттар халыҡ менән йышыраҡ осраша

Дәүләт Думаһы регламентына үҙгәреш индерелде. Уға ярашлы депутаттар кәмендә айына бер тапҡыр һайлаусыларҙы ҡабул итергә тейеш. Быға тиклем ярты йылға бер осрашыу етә ине. Эш графигына ярашлы депутаттар ай һайын аҙна дауамында төбәктәрҙә була. Ошо мәлдә халыҡ менән осрашыу бурысы ҡуйыла.