Кәрәк-яраҡ яугирҙар һорауы буйынса туплана. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Түреш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары йырлай-йырлай бәйләм бәйләй. Бөгөн дә сара ҙур өмә булып мәҙәниәт йортонда үтте. Ә Әлмира Яҡупова өсөн ул икеләтә тулҡынландырғыс. Сөнки, уның улы махсус хәрби операция башынан алып алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә.
Ойоҡбаш нисә күҙҙән бәйләнгән, шунсама теләк һалынған. Ауылдаштар яугирҙарҙы изге доға-сүрәләренән дә ҡалдырмай. Әлеге ваҡытта бәйләм бәйләүҙә Фәрәхиә ханыма етеүсеһе юҡ.
Әйткәндәй, Түрештәр гуманитар ылауҙы беренсегә генә әҙерләмәй. Күптән түгел, ауылдаштар сәләмен яугирҙарға ауыл хакимиәте етәкселеге үҙе лә еткерә. Махсус хәрби операция биләмәһенә үк барып ҡайта. Бөгөн дә кәрәк-яраҡтар яугирҙар һорауы буйынса туплана.
Изге эш мәҙәниәт усағында ғына түгел, Мөнәзәһә Усманованың йортонда ла йәнләнде. Ваҡытында колхоз, мәктәп ашханаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны яугирҙарға ит быҡтырған.
Әйткәндәй, түрештәр быҡтырылған ит әҙерләү өсөн ҡайҙалыр мөрәжәғәт итмәгән. Яҡташтары үҙҙәре ауылдаштарына ярҙам итеү ниәте менән сыҡҡан.
Сираттағы партия яҡын көндәрҙә ебәреләсәк. Шулай уҡ гуманитр ылауға өҫтәп ауылдаштар исемле посылкалар һалыу маҡсатын да ҡуя. Түрештәрҙең маҡсаты бер - берҙәмлектә Еңеүҙе яҡынайтыу!
Азат Ғәлиуллин