Халыҡ - ара туған телдәр көнө уңайынан Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында ғилми- ғәмәли конференция үтте.
Сарала юғары уҡыу йорто һәм республика мәктәптәре уҡытыусылары, тәрбиәселәр һәм ситтән тороп Татарстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Саха-Яҡут, Дағстан, Ҡабарҙы-Балҡар республикалары вәкилдәре ҡатнашты. Полилингваль белем биреү буйынса семинар һәм секция ултырыштары үтте. Педагогтар туған телдәрҙе уҡытыуҙа үҙ ысулдары менән уртаҡлашты.
Филология фәндәре докторы, профессор, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы Мөхтәр Әхтәмовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған «Рәсәй субъекттарының полилингваль белем биреү киңлегендә башҡорт теле» туғыҙынсы халыҡ-ара ғилми-методик конференцияһы ойошторолдо.