Сарала республиканың ауыл һәм урман хужалығы министрлыҡтары вәкилдәре, хакимиәт башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, ветеринария белгестәре, ғалимдар, эксперттар ҡатнашты. Кәңәшмәгә республиканың 18 районынан умартасылар саҡырылғайны. Сара сиктәрендә район мәҙәниәт йорто фойеһында умартасылыҡ ҡорамалдары, ветеринар препараттар күргәҙмәһе ойошторолдо.