Ғәрәп әмирлектәре менән хеҙмәттәшлек нығына

Башҡортостан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһында тауар әйләнеше 5,4 тапҡырға күбәйгән. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙ-ара хеҙмәттәшлек йылдам үҫешә. Ғәрәп Әмирлектәре партнер дәүләттәр араһында 6-сы урынға күтәрелгән. Башҡортостандан сит илгә башлыса минераль тауарҙар һәм химия сәнәғәте продукцияһы оҙатыла. Киләсәктә бойҙай, көнбағыш һәм етен майы, йомортҡа, двигатель һәм турбиналар экспортлау ҡарала.