Башҡортостанда “Алға” транспорт картаһын тулыландарыуҙа ҡыйынлыҡтар бар

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, QIWI Банк кредит ойошмаһының лицензияһы туҡтатылды. Ошо сәбәпле мобиль ҡушымтала “Алға” транспорт картаһына аҡса һалып булмай. Белгестәр башҡа банкка күсеү эшен алып бара. Халыҡҡа ваҡытлыса уңайҙылыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә үтенәләр. Транспорт картаһын ҙур банктарҙың интернет-сервистары аша йәки почта бүлексәләре һәм терминалдарҙа ҡулаҡса менән тулыландырырға була.