Башҡортостанда аҙыҡ-түлек тармағын үҫтереүгә быйыл 100 миллион һум йүнәлтелә
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике йылда программа буйынса 100 ойошма үҙгәртеп ҡоролған. Яңы ҡорамалдар, махсус транспорт һатып алынған. Бының өсөн ике йылда ҡаҙнанан 150 миллион һум бүленгән.