Май, 2023 йыл. Донецк халыҡ республикаһы. Артемовск янында ҡаты алыштар бара. Бахмутты азат итеүҙә Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре лә ҡатнаша. Һалдаттар сыҙамлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә.
2023 йылдың 20 майында Артемовскиҙың бейек биналарында Рәсәй байрағы күтәрелә. Илдең Оборона министрлығы ҡала биләмәһен азат итеү тулыһынса тамамланды тип белдерә. Президент Владимир Путин Ҡораллы көстәрҙе тәбрик итә. Операция барышында айырыуса ҡыйыулыҡ күрһәткән яугирҙәр дәүләт наградаларына күрһәтелә. Улар араһында “Старый” ҡушаматлы һалдат та була. Ул беҙҙең батыр Насир Басир улы Нафиҡов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт