Өфөнөң 450 йыллығына «Көньяҡ ҡапҡа» асыла

Транспорт проекты буйынса күләмле төҙөлөш 2022 йылда башланғайны. Әле Пугачев урамын реконструкциялау һәм киңәйтеү, уның Генерал Рыленко урамы менән киҫешкән урынында юл сиселешен булдырыу буйынса эш дауам итә.

Апрелдә биләмәлә инженер коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороуҙы тамамлап, юл ҡатламы төҙөлөшөнә күсеү ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект буйынса участкалағы 147 күсемһеҙ милек объектын һүтеү талап ителгәйне, был йүнәлештә ҙур эш башҡарыла, әле уларҙың күбеһе буйынса компенсациялар түләнгән.