Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналған саралар дауам итә

Әҙәби-музыкаль осрашыуҙар бөгөн Өфөнөң урта махсус музыка колледжында ла үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфөнөң урта махсус музыка колледжының тамашасылар залында әҙәби-музыкаль осрашыуҙар үтеүе ғәҙәти күренеш. Сираттағы сара айырыуса яуаплылыҡ өҫтәне. Шуға ла тамашаға күптәр ғаиләләре менән әҙерләнеп килгән.

Әҙәби-музыкаль кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналды. Ошо уңайҙан тамашасылар әҙиптең биографияһы менән бергә, телевидение фондында һаҡланған автор уҡыуындағы шиғырҙар тыңлау мөмкинлеге лә бирелде. Уҡыусыларҙың, шулай уҡ педагогик коллективының сығышын залдан иғтибар менән Мостай Кәримдең ҡыҙы ла күҙәтте.

Ғөмүмән, халыҡ шағирының 105 йыллығына арналған саралар тотош республика район-ҡалаларын иңләр тип көтөлә. Күптән түгел Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында ҡайтанан яңыртып сәхнәләштерелгән «Ай тотолған төндә» операһын иҫкә төшөрөү ҙә етә. Әлфиә Кәримова колледж уҡыусыларын юғары сәнғәт әҫәренә тамаша ҡылырға саҡырҙы. Ә бөгөнгө осрашыу иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.

Азат Ғәлиуллин