Владимир Путин Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменә ҡотлау ебәрҙе

  - Беҙ ата-бабаларҙың үлемһеҙ ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ. Бөгөн дә Рәсәй халҡы патриотик традицияларҙы үтәүселәргә, Тыуған илгә тоғро булыусыларға хөрмәт белдерә, тиелә ҡотлау хатында. Премьер-министр  Михаил Мишустиндан да ҡотлау бар. - Был байрам Рәсәйҙең үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәгәне ҡәҙерләгәндәрҙе, бөтә ғүмерен Тыуған илгә  хеҙмәт итеүгә бағышлағандарҙы берләштерә, тиелә унда. Ватанды  һаҡлаусылар көнө менән Президенттың Волга буйы округындағы вәкиле  Игорь  Комаровтан да  ҡотлау алынды.