Тантаналы шарттарҙа йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөр төркөм мобилизацияланғандар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә уларҙы байрамса оҙатып ҡалдылар. Яугирҙар менән хушлашырға яҡындары, хәрбиҙәр, республика етәкселеге лә килде.
Парад кителдәре, яҡшы кәйеф,ә түштә миҙалдар. Гимн да бөгөн рухлыраҡ, тулҡынландырғысыраҡ яңғырай. Бөгөн яугирҙарҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатыу айырыуса тантаналы үтә. Һалдаттар тап Ватанды һаҡлаусылар көнөндә ил сигенә юллана. Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарсы һәләк булған көнө булыуы ла оҙатыу тантанаһына рух өҫтәй. Ҡаһарман яҡташыбыҙ ҙа тап 8 тиҫтә йыл элек Донбас ерҙәрен дошмандарҙан азат иткәндә башын һала. Махсус хәрби операция яугирҙарына еңеү менән тыуған яҡҡа ҡайтыуҙарын теләнеләр. Ә йортта ҡалған туғандары тураһында республика бар яҡлап та хәстәрлек күрәсәк.
Тантанала Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Сергей Заһит улы Тулиндың ҡатнашыуы ла оло мәртәбә өҫтәне. Һәр замандың үҙ геройы, әммә әле лә егеттәребеҙ, тап беҙҙең атай-олатайҙар кеүек үк, фашизм менән көрәшә, беҙ улар менән ғорурланабыҙ, тине Сергей Заһит улы.